Өфөлә Алексей Чаругиндың күргәҙмәһе үтәсәк

Нестеров исемендәге музейҙа һынлы сәнғәт күргәҙмәһе ойошторола. Сара 15 июлгә тиклем һәр теләгән кешене көтөп ҡала.

Чаругин Алексей Константин улы һынлы сәнғәт рәссаме, монументалист һәм 1992 йылдан алып Мәскәү рәссамдар союзы ағзаһы. Алексей Чаругин йөҙҙән ашыу күргәҙмәлә һәм күргәҙмә проекттарында ҡатнаша.

Күргәҙмә Гоголь урамы, 27 адресы буйынса уҙа. Билет хаҡы 150 һум.

Фото: Интернет