2017 йылдың ноябрь айында пассажир автобусы ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. Авария һөҙөмтәһендә, 56 йәшлек ҡатындың беләҙек һөйәктәре зыян күрә. Пассажирҙар ташыусының страховкалау компанияһынан кире яуап ала.
Өфөнөң Дим районы прокуратураһы хәбәр итеүенсә, ҡатын үҙ иғтибарһыҙлығы арҡаһында зыян күрә, тип страховкалау компанияһы ҡатындың мөрәжәғәтенә кире яуап бирә. Зыян күреүсе судҡа мөрәжәғәт итә. Прокуратура талаптарҙы үтәүҙе һорай. Һөҙөмтәлә, ҡатын 300 мең һум күләмендә аҡса аласаҡ.
Фотография: Интернет




