Өфөлә сәнәғәт өлкәһендә кәрәкле белгестәр өсөн вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк

Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге сәнәғәт өлкәһе белгестәре өсөн эш урындары йәрминкәһен ойоштора. Сарала һәр теләгән кеше ҡатнаша ала.

Йәрминкәлә водитель, инженер, йөк ташыусы, контролер, машинист, оператор, һаҡсы кеүек хеҙмәт урындары тәҡдим ителәсәк. Шулай уҡ, компьютер диагностикаһын үтеү мөмкинлеге буласаҡ.

Эш биреүселәр 2515175 телефон һандары буйынса мөрәжәғәт итә ала. Йәрминкә Өфө ҡалаһы, Ибраһимов бульвары, 47/1 адресы буйынса үтә. Үткәреү ваҡыты иртәнге сәғәт ундан ун икегә тиклем.

Фото: Интернет