Башҡортостанда егерме йәшлек ҡыҙға ярҙам кәрәк

Башҡортостанда егерме йәшлек Диана Лотфуллинаға матди ярҙам талап ителә. Ҡыҙҙы, юл аша үтеп барғанда, автобус бәреп китә. Әлеге ваҡытта зыян күреүсе һөйләшә, ултыра, йөрөй алмай. Иҫенә лә килмәгән.

Фото №1 - Башҡортостанда егерме йәшлек ҡыҙға ярҙам кәрәк

Ваҡиға уҙған йылдың 14 ноябрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында теркәлә. Йәйәүлеләр үткәүеленән үтеп барған саҡта, ҡыҙҙы автобус бәрҙерә. Һөҙөмтәлә, зыян күреүсе әлегә тиклем аңына килмәгән.

Ярты йыл эсендә Диана алты операция үткәрә. Әле ҡыҙға тиҙ арала Мәскәү ҡалаһындағы дауаханаға эләгергә кәрәк.

Диана Лотфуллинаға матди ярҙам күрһәтеү өсөн реквизиттар: Һаҡлыҡ банкыһы №4817760159318454 Яхина Регина Рәмил ҡыҙы.Кәрәкле сумма: 850 000 һум. Йыйыу ваҡыты: 2018 йылдың 1 сентябренә тиклем.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ