Республикала ике йыл элек хәбәрһеҙ юғалған ҡатынды эҙләү дауам итә

Республиканың Баймаҡ районында 2016 йылда Зифа Байбурина хәбәрһеҙ юғала. Уның туғандары ҡатынды эҙләп табыуҙан өмөтөн өҙмәй. Билдәле булыуынса, Зифа Байбуринаның сәләмәтлеге шәптән түгел.

Фото №1 - Республикала ике йыл элек хәбәрһеҙ юғалған ҡатынды эҙләү дауам итә

Зифа Байбурина бынан ике йыл элек юғала. Уны күп тапҡыр Баймаҡ ҡалаһында күрәләр, әммә тулы мәғлүмәтте бер кем дә әйтә алмай. Быға тиклем ҡатын Темәс ауылында йәшәй.

Байбуриндарҙың туғандары, ҡатындың ҡайҙа икәнлеге тураһындағы мәғлүмәт өсөн, һөйөнсө лә вәғәҙәләй. Билдәләре: буйы 160 см, түңәрәк битле, ҡара ҡыҫҡа сәсле. Шулай уҡ, ҡатындың өлөшләтә хәтере юғалыуы ихтимал.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ