Башҡортостанда өс йәшлек баланың һаулығына зыян килтереүҙә ғәйепләнгән шәфкәт туташын хөкөм итәсәктәр

Ишембай районында балиғ булмаған бала менән бәйле бәхетһеҙ осраҡ буйынса енәйәт эшен судҡа тапшырҙылар. Ҡала дауаханаһының шәфкәт туташына ҡарата ғәйепләү ҡарары сығарыла.Ул һаҡһыҙлығы арҡаһында баланың сәләмәтлегенә зыян килтерә.

Фото №1 - Башҡортостанда өс йәшлек баланың һаулығына зыян килтереүҙә ғәйепләнгән шәфкәт туташын хөкөм итәсәктәр

Уҙған йылдың июнь айында дауаханаға ашҡаҙан сире менән өс йәшлек бала килтерелә. Табип ҡушыуынса, ғәйепләнеүсе балаға клизма ҡуйырға тейеш була. Әммә шәфкәт туташы препараттар һауытын бутай һәм балаға нашатыр спиртын ебәрә. Һөҙөмтәлә, малайҙың эсәктәре зыян күрә.

Прокуратура дауаханала тикшереү уҙғара. Биш етәксе кеше яуаплылыҡҡа тарттырыла. Шәфкәт туташының хеҙмәт урыны түбәнәйтелә. Енәйәт эшен судҡа тапшыралар.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ