19 июндә Халыҡ-ара балалар футболы билдәләнелә. Ошо уңайҙан Дим районында балалар футбол командалары ҡатнашлығында спорт сараһы үтә.
Футбол иң популяр спорт уйыны булып ҡала. Балалар һәм үҫмерҙәр был уйын менән ихлас шөғөлләнә. 19 июндә Дим районының «Сармат» футбол командаһы байрам ойоштора.
Ойоштороусолар билдәләүенсә, сара ябай уйын менән сикләнмәйәсәк. Төрлө уйындар һәм ярыштар уҙасаҡ. Барыһын да спорт байрамында әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ.




