Был турала бөгөн Республика Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев белдерҙе.Ҡарар үҙ көсөнә 20 июндә, төбәк матбуғат баҫмаларында донъя күргәндән һуң ғәмәлгә инә.
Ултырышта билдәләнеүенсә, быйылғы сәйәси кампания 9 сентябрҙә уҙа. Һайлауҙы үткәреүҙә артыҡ үҙгәрештәр юҡ, тауыш биреүселәр һаны шул уҡ кимәлдә. Ә сәйәси компанияла ҡатнашыусыларға килгәндә, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға 110 депутат һайлау ҡаралған. Уларҙың яртыһы бер мандатлы округтар, ҡалғаны партия исемлеге буйынса үтә. Даими нигеҙҙә эшләгән депутаттар иҫәбе әлегесә ҡала, 18 кеше. Кандидаттар исемлегенә индереүселәр 84 кешенән аҙ һәм 176-нан күп булырға тейеш түгел. Хәйҙәр Вәлиев әйтеүенсә, был сәйәси кампанияла ла заман технологияларын әүҙем ҡулланыу ҡарала.




