Ғаиләлә сыҡҡан ыҙғыш бөгөн Юғары судта ҡаралды һәм кире Стәрлетамаҡ район судына ебәрелде. 20 йәшлек инвалид ҡыҙын ҡараған ҡатындан элекке иренең кредиттарын талап итеүҙәре ихтимал. Суд эшенең барышы тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.
Миңзилә Ғәйнуллина әйтеүенсә, ул 20 йәшлек инвалид ҡыҙын ҡарай. Тормош иптәше Нурғәле Ғәйнуллин менән бынан дүрт йыл элек айырылышҡан. Ир алимент түгел, фатирҙағы коммуналь хеҙмәттәр, ремонт өсөн дә түләмәне, ти ул. Шулай уҡ ҡатын иҫбатлауынса, ир төрлө банктарҙан кредиттар туплап уларҙы түләмәгән, сөнки 2016 йылдың ноябренән ул үлгән булып һанала.
Хәҙер атаһының кредиттары балаһынан түләтеүҙәре ихтимал тип борсола Миңзилә Ғәйнуллина. Шулай уҡ, ханым әйтеүенсә, ир уларҙың йәшәгән фатирын тотошлай һатырға йыйына. Осраҡ буйынса Стәрлетамаҡ ҡалаһында суд ултырыштары үткән. Ҡатын ҡарар менән килешмәй ялыу биргән. Юғары судта бөгөн ҡатындың мөрәжәғәте буйынса ултырыш үтте һәм эш Стәрлетамаҡ судында ҡарау өсөн кире ебәрелде.




