Үҙҙәрен коммуналь хеҙмәткәр тип танытыусылар фатирға инеп, хужабикәне төп башына ултырта. Һынаулы минуттар эсендә 16 мең аҡсаһын елгә осорған Алевтина Бармут хаҡлыҡ эҙләп, беҙҙең редакцияға мөрәжәғәт итте. Кемдәр улар төп башына ултыртыусылар? Мутлашыусылар тоҙағына нисек эләкмәҫкә? Беҙҙең сайтта уҡығыҙ.
Алевтина Бармута шлангты ҡумтаһынан асып ҡарай ҙа, кире яба. Алданғанын аңлаһа ла, һуң инде. Күптән түгел уның фатирына үҙҙәрен коммуналь хужалыҡ белгестәре тип танытыусылар килеп, 16 меңдән ашыу аҡсаһын алып китә. Бушҡа түгел, әлбиттә, күрһәткән хеҙмәттәре өсөн. Хужабикәне һыу үткәргес кранына махсус ҡоролма ҡуйыу мотлаҡ, тип күндерәләр. Имеш, хәл мөшкөл, тейешле приборҙы ҡуйыу ғына мәсьәләне хәл итә.
Мутлашыусылар тоҙағына эләгеүен һиҙеп ҡалғас та, ханым улына шылтырата. Сергей әйтеүенсә, фатирҙа улар ҡуйған бәләкәй генә прибор ҙа, хеҙмәт тә бер нисек тә 16 мең һум була алмай. Әммә мутлашыусылар бик оҫта эш итә, килешеү буйынса барыһы ла тәртиптә.
Коммуналь хеҙмәттәр күрһәткән ойошмаға юлландыҡ. Әммә урында яуап бирерҙәй береһе лә булмай сыҡты. Баҡтиһәң, бер үк ойошманан зыян күреүселәрҙең һаны һуңғы ваҡытта тиҫтәнән ашып киткән. Белгестәр әйтеүенсә, мутлашыусылар тоҙағына эләгеүселәр башлыса оло йәштәгеләр.
Белгестәр һорауҙар, шикләнеүҙәр тыуғанда Республиканың сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетына мөрәжәғәт итергә саҡыра. Ҡыҙыу бәйләнеш телефоны иртәнге туғыҙҙан киске сәғәт алтыға тиклем эшләй.





