Ашҡаҙан, эсәк тракты яман шешен алдан диагностикалау ауырыуҙы һөҙөмтәле дауалау мөмкинлеген бирә

Был турала бөгөн Республика онкология диспансерында үткән семинарҙа билдәләнде. Мәскәү белгестәре менән ойошторолған фекер алышыуҙа аяуһыҙ сирҙе дауалау алымдарын камиллаштырыу тураһында һүҙ барҙы.

Фото №1 - Ашҡаҙан, эсәк тракты яман шешен алдан диагностикалау ауырыуҙы һөҙөмтәле дауалау мөмкинлеген бирә

Һуңғы йылдарҙа ашҡаҙан-эсәк тракты яман шеше менән яфаланыусылар һаны арта. Ғәҙәттә, ауырыу 3-сө 4-се стадияла асыҡлана. Пациент операция өҫтәленә эләкмәһен йәки әмәлиәтте еңелерәк үткәрһен өсөн иртә диагностикалау мөһим. Был йәһәттән табиптар диспансеризация үткәргәндә скрининг эшләтергә кәңәш итә.

Ҡалын эсәк скринингы бара. Ул анализ рәүешендә алына һәм ҡан барлығын тикшерә. Бының һөҙөмтәһендә ауырыуҙы 1-се стадияһында уҡ асыҡларға мөмкин.

Замир Абдуллин, табип-онколог

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ