Ағиҙел ярында урынлашҡан Ҡыҙылъяр ауылында тарихи ваҡиға

Бынан теүәл туҡһан туғыҙ йыл элек был ауылда Василий Чапаев дивизияһы Ағиҙелде кисеп, Өфөнө аҡтарҙан азат итә. Ошо ваҡиғаларға 99 йыл үткән көндәрҙә Граждандар һуғышының ҡурҡыу белмәҫ командирына бюст ҡуйылды.

Фото №1 - Ағиҙел ярында урынлашҡан Ҡыҙылъяр ауылында тарихи ваҡиға

Граждандар һуғышы геройы, хәрби командир хаҡында Ҡыҙылъярҙа йәшәүселәр яҡты хәтирәләр һаҡлай. Ысынлап та, көслө рухлы, батыр яугир-етәксе Василий Чапаев ҙур илебеҙҙең яратҡан геройы. Ауылда Чапаев эҙҙәрен һаҡлаған йорт-музей эшләй. Элегерәк был музей менән йылына 20 миллиондан ашыу халыҡ танышҡан. Йылдар үтеп, геройҙар алмашынып торһа ла, Василий Иванович үткән данлы һәм шанлы һуғыш йылдары, уның батырлығы онотолмай. Ҡыҙылъяр ауылы биләмәһе башлығы тәҡдиме менән граждандар һуғышы геройының исеме, геройҙың музейы алдында, бюст аша мәңгеләштерелде.

Ул бөйөк командир. Халыҡ араһында Чапаев тураһында күп көләмәстәр йөрөй, әммә Василий Ивановичтың биографияһына күҙ һалғанда, уның бөйөклөгөнә инанабыҙ. Батша армияһында ла хеҙмәт иткән, ҡыҙылдар сафына күскәндә дүрт Георгий таҫмаһы булған, был бит ниҙер тураһында һөйләй.

Нурия Рафиҡова, "Ватандаш" журналы хәбәрсеһе

Граждандар һуғышы геройына бюст эшҡыуар Марат Усманов ярҙамы менән тормошҡа ашырылған. Егерме биш йыл хәрби хеҙмәт юлын үткән уҙаман үҙе лә Чапаевтың батырлығы өлгөһөндә тәрбиәләнгән.

Тәү сиратта ул герой. Бала саҡтан бирле Чапаев тураһында тарихтар тыңлап үҫтек. Был ауылда мотлаҡ рәүештә уның һәйкәле булырға тейеш, сөнки бында яуҙарҙа ҡатнашҡан.

Марат Усманов, бағыусы

Чапаев бала саҡтан минең дә яратҡан геройым. Уның образын бронза бюста һынландырыу минең өсөн оло ғорурлыҡ.

Владимир Дворник, скульптор

Ҡыҙылъяр ауылында Василий Ивановичтың данлы хәрби юлын сағылдырған "Ағиҙел өҫтөндә йәшен" нәфис фильмы ла төшөрәлә. Ауыл халҡы күмәк сәхнәләрҙә ҡатнаша. Чапаев хаҡында төшөрөлгән фильмда ҡатнашыусылар, уны бөгөн дә сағыу хәтирә булараҡ иҫкә ала.

Беҙ күмәк сәхнәләрҙә ҡатнаштыҡ. Ул фильмда яраланған Чапаев йылғаны һыңар ҡулы менән йөҙөп сыҡты. Ҡурҡыу белмәҫ, ҡаһарман батырҙарҙы беҙ онотмайбыҙ. Василий Чапаев минең иң яратҡан геройым.

Лидия Скорнякова, Ҡыҙылъяр ауылында йәшәүсе
Башбат

Василий Чапаев ябай халыҡ араһынан сыҡҡан хәрби етәксе. Уны замандаштары зиһенле, ябай, ихлас һәм моңло тауышлы кеше булараҡ хәтерләй. Чебоксар өйәҙе Будайка ауылында 1887 йылда тыуған геройҙың бала сағы ауырлыҡта үтһә лә, ул яҡшы хәтере, зирәклеге арҡаһында хәрби өлкәлә юғары уңыш ҡаҙана. Ғүмере лә ярлы-ябағаға азатлыҡ яулап, граждандар һуғышында Яйыҡ йылғаһын кискәндә тамамлана. Сыуашстан Республикаһы менән видеобәйләнештә ҡаһарман яугирҙың биографияһының яңы биттәре асыҡланды.

Оҫта хәрби етәксе, ҡурҡыу белмәҫ 25 дивизия командиры Василий Иванович Чапаев образы Ҡыҙылъяр ауылында ошо бюста һынландырылған. Илебеҙҙәге һәр егет уның өлгөһөндә тәрбиәләнә. Граждандар һуғышы геройы, данлыҡлы хәрби етәксе хаҡында яҡты иҫтәлек 99 йыл үтһә лә халыҡ хәтерендә.

Автор: Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ