Ураҙа ғәйетен Белорет районының Ғәбдөк ауылы яңы мәсеттә ҡаршы алды. Хозур тәбиғәтле Инйәр буйында урынлашҡан ауылды тағы ла йәмләндереп иман йорто ҡалҡып сыҡты. Уның менән бергә Ғәбдөккә сафлыҡ, әхлаҡ, дин нуры ҡайтыр, тип ышана ауылдаштар.
Яңы мәсеттә тәүге аҙан тауышы яңғыраны, Аҙан ишетелһә, шайтан ҡаса, бәрәкәт арта, ти диндарҙар. Ғәбдөк ауылы халҡы ла моңло тауыш өҙөлмәй, Ҡиәмәтҡәсә ишетелеп тороуына инана. Сөнки мәсет барлығы ауылды олпатландырып, бәрәкәт өҫтәп тора, битарафлыҡҡа сумған күңелдәрҙе иманға йүнәлтә, ти улар.
Ауыл тарихында бер нисә быуат элек тә билдәле аҙансылар булыуы тураһында мәғлүмәт һаҡланған. Тимәк, ғәбәҙәт ҡылыу йорто ла Ғәбдөктә булған. Күрәһең, совет власы осоронда һәр ерҙәге кеүек мәсет юҡҡа сығарылған. Әммә халыҡ дингә, иманға әйләнеп ҡайта башлаған осорҙа, мәсеттең кәрәклеге һиҙелә башлай.
Ауылды хафаға һалған тәбиғәт ғәрәсәттәре, кире күренештәр ҙә иман юҡлыҡтан килә, тип иҫәпләй мәсет төҙөтөүгә ҙур өлөш индереүсе Роберт Ғәбитов.
Иманға ынтылышы ҙур булған ауыл халҡы был ваҡиғаны түҙемһеҙлек менән көткән. Ғибәҙәт йортон төҙөүгә лә күмәкләп тотонған. Иманлы ерҙә бәрәкәт тә, татыулыҡ та бар, тиҙәр. Хәҙер мәсеткә илткән юлды үлән генә баҫмаһын, ти диндарҙар.




