Никах сәғәте һуҡҡанда

Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында йәшәүсе Туйсиндар өсөн уҙып киткән ғәйет тағы лда бер иҫтәлекле ваҡиға менән хәтерҙә ҡалды. Байрам намаҙынан һуң ауыл йәштәре никахтарын теркәне.

Фото №1 - Никах сәғәте һуҡҡанда

Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылының “Әнүәр” мәсетендә лә байрам күркәм үтте. Ғәйет намаҙынан һуң мәсеттең имам-хатибы Әкрәм Туйсин Ураҙа ғибәҙәте тураһында хөтбә уҡыны, ифтарҙа байрамда ҡатнашыусы ауыл халҡы ҡорбан ашынан ауыҙ итте.

Ғәйет намаҙын ҡылып, матур итеп доғалар уҡып, халыҡ менән ысын күңелдән байрам намаҙҙарын үткәрҙек.

Әкрәм Туйсин, Имам-хатип

Ураҙа ғәйете Сыңғыҙ ауылы һылыуы Айгөл Боранғолова менән Йылайыр районы егете Юнир Байморатов өсөн икеләтә байрам булды - улар үҙҙәренең никахтарын теркәне.

Ураҙа ғәйетендә никахыбыҙҙы теркәнек. Был мосолмандар өсөн иң мөһим байрамдарҙың береһе. Беҙҙең күңелдәрҙә иман нуры, үҙебеҙҙең йәшлек туйы ошо көнгә тап килеүенә шатбыҙ.

Айгөл һәм Венер Байморатовтар

Ғаиләләренең тәүге байрамын Ғәйет байрамынан башлаған йәштәргә имам-хатип никах таныҡлығын тапшырҙы, туғандары матур теләктәрен еткерҙе. Һәр кем изге көндә теркәлгән никах йәш ғаиәләгә бәхет, ырыҫ килтерһен тигән ышанысын белдерҙе.

Башбат

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ