Башҡортостанда 1 июлдән бар сауҙа нөктәләре онлайн-кассаларға күсергә бурыслы

1 июлдән тейешле закон үҙ көсөнә инә. Эшҡыуарҙарға яңы касса аппараттары һатып алырға йә иһә иҫкеләрен яңыртырға тура киләсәк. Законды боҙоу нимәгә килетрәсәк һәм онлайн-кассалар нимәһе менән яҡшырыҡ? Был хаҡта ҡаланың эшҡыуарҙар союзы менән ойошторолған ҡыҙыу бәйләнештә тикшерҙеләр.

Һалым хеҙмәте вәкилдәре билдәләүҙәренсә, эшҡыуарҙар өсөн онлайн-кассалар документ эштәрен еңеләйтәсәк. Хәҙер һатып алыусыға тауар чегын йә иһә квитанция биреү өсөн бер нисә төймәгә баҫыу ҙа етә.

Сауҙа итеүҙе, махсус ҡушымта аша, сматфон ярҙамында күҙәтеп барырға мөмкин. Бынан тыш, һатыусылар магазиндарҙағы хаҡтарҙы үҙгәртә алмаясаҡ, сөнки кассирҙарҙың эшен тикшереү мөмкинлеге бар.