Ауылда байрам парка ағас ултыртыуҙан башланды. Ауыл баҡсаһына физика-математика фәндәре докторы, профессор Фәнгил Әмәтгәрәев исеме бирелде. Шәхес ядро структураһы һәм уның реакцияларын өйрәнеү буйынса фәнни хеҙмәттәре менән билдәле. Ул 300-гә яҡын ғилми хеҙмәт авторы.
Яҡташтары уның хөрмәтенә ауылдың иң матур урынына ағастар ултыртты. Обелиск ҡуйыу, тарихи - крайҙы өйрәнеү музейы ойоштороу һәм парк булдырыу ниәте уның туғаны Вәзир Шәңгәрәев тәҡдиме менән башҡарыла.
Әмит ауылының яҡынса ике быуатлыҡ тарихы бар. Халыҡ бында мәсет төҙөгәндән һуң айырыуса әүҙем. Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдары иман йортонда ҙурлап үткәрелә. Күптән түгел генә ауыл хакимиәте һәм халыҡтың үҙ тырышлығы менән ауыл эсендә һәм уға илткән юлға ҡырсынташ түшәлгән.




