Стәрлетамаҡ археологтары виртуаль музей булдырған

Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы археологтары һанлы технологиялар ярҙамында виртуаль музей яһауға ирешкән. Археологик ҡаҙыныуҙар ваҡытында төшөрөлгән фотолар фотогеометрия ысулы менән эшкәртелә. Уны археолог Игорь Денисов күбеһенсә үҙе башҡарған.

Фото №1 - Стәрлетамаҡ археологтары виртуаль музей булдырған

3 Д форматта килеп сыҡҡан материалдарҙы Интернет аша ҡарап буласаҡ. Төбәк археологтары эшмәкәрлегенә 40 йыл һәм улар был арауыҡта бик күп экспедициялар ойошторған, төрлө быуаттарға ҡараған боронғо ҡурғандарҙы асҡан. Юғары уҡыу йортонда экспонаттар менән танышырға мөмкин, ә 3 Д форматтағы археологик ҡомартҡыларҙы глобаль селтәрҙә һәр кем күрә ала.

Музейҙа айырым экспонаттар менән танышырға була, ә бына ҡурғандар комплексын тик экспедиция ағзалары ғына күрә ала. Был проект археологик ҡаҙыныуҙар барышын күҙәтеү мөмкинлеге бирә.

Игорь Денисов, археолог

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ