Республикала прокурор тикшереүенән һуң уҡыу йорто директорына шелтә яһала

Башҡортостанда колледж директорына шелтә яһала. Архангель районында уҡыу йорто етәксеһе кейәүе менән килешеү төҙөй. Прокуратура тикшереү үткәрә.

Асыҡланыуынса, ике йыл рәттән директор туғаны менән күп профилле колледждың корпустарын хеҙмәтләндереү тураһында унға яҡын килешеү төҙөй. Килешеүҙе башҡарыусы етәксенең кейәүе булып сыға. Барлығы 2,2 млн.һумға килешеү төҙөлә.

Был хәлдә ыҙғыш килеп тыуа. Директор бер нисек хәл итә алмай. Район прокуратураһы тикшереү уҙғара һәм республиканың мәғариф министрлығына бойороу яҙыла. Уҡыу йорто етәксеһенә шелтә яһала.

Фото: Интернет.