Хәрби техника урлаған өсөн рәшәткә артына

Алкин ҡасабаһындағы частән өс "Камаз" һәм бер "Урал" машинаһы урлаған иргә ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды. Майор ике йыл да алты айға иркенән мәхрүм ителде. Ул Алкин хәрби часендә автомобиль цехы етәксеһе булып эшләгән.

Фото №1 - Хәрби техника урлаған өсөн рәшәткә артына

Тәфтишселәр асыҡлауынса, хәрби ведомство былтыр көҙ Алкинонан ун "Камаз" менән өс "Урал"ды күрше Татарстан балансына күсерергә хәл итә. Майор Антон Егоров ошо уңайлы осраҡ менән файҙаланырға була ла инде. Ул техниканың бер өлөшөн Екатеринбугта ҡалдырып һатырға уйлай. Әммә ниәте килеп сыҡмай, тотола. Офицер ҡулға алына, машиналар кире ҡайтарыла.

Был хәрби техника урлау менән бәйле тәүге осраҡ ҡына түгел, 2013 йылда Читалағы частән шулай уҡ "Камаз", "Краз" һәм "Урал" машиналарын урлағайнылар. Ул ваҡытта хоҡуҡ һағында тороусылар уғрылыҡта ғәйепле бер офицерҙы өс йылға иркенән мәхрүм итте, ә быға булышлыҡ итеүсе икенсе офицерға 200 мең һум күләмендә штраф һалды.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ