"Кесе Ватан мәҙәниәте"

Берҙәм Рәсәй партияһының 2017 йылдан ғәмәлгә ашырылған проекты тап шулай атала.

Фото №1 - "Кесе Ватан мәҙәниәте"

Ул халыҡты сәнғәткә ылыҡтырыуҙы, төбәктәрҙә мәҙәниәтте үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Сәйәси фирҡәнең төбәк бүлексәһендә бөгөн былтырғы ҡаҙаныштар буйынса фекер алышынды, киләсәккә бурыстар билдәләнде. Быйыл Башҡортостандың 15 муниципаль берәмегенә проект нигеҙендә аҡса бүлеү күҙаллана. Уның дөйөм күләме 47 миллион һум самаһы. Был турала бөгөн партия проектының координаторы Эльвира Айытҡолова белдерҙе.

Быйыл конкурста 15 мәҙәниәт йорто ҡатнаша. Уларҙың конкурс процедураларын уңышлы үтеп, октябрь-ноябрь айҙарында аппаратураға байыуына ышанабыҙ. Ҡайһы-бер райондарҙа ремонтҡа аҡса бүленгән. Мәҙәниәт йорттары яңарып, тамашасыға яраясаҡ.

Эльвира Айытҡолова, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай комитеты рәйесе
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ