Республика биләмәһендә рейдтар үтте. 21 майҙан 8 июнгә тиклем «Урман» оператив-профилактик сараһы уҙа.
Операция барышында 345 рейд ойошторола. Унда 272 етәксе кеше, шулай уҡ 447 урманды һаҡлау инспекторҙары ҡатнаша. Барлығы 830 тикшереү үтә, ағас ташыусы 1924 берәмек автотранспорт техникаһы күҙәтелә. Ағасты ташыу буйынса талаптарҙы теүәл үтәмәү сәбәпле, ете транспорт тотола.
Бынан тыш, законһыҙ рәүештә ағас ҡырҡыуҙың 99 осрағы теркәлә. Барлығы 62 енәйәт эше ҡуҙғатыла. Тикшереү барышында 63 административ протокол төҙөлә.
Фото: Интернет




