Республика ойошмаларының береһендә хеҙмәткәрҙең ҡулы зыян күрә

Ағымдағы йылдың 16 июнендә «Өфөоргсинтез» ойошмаһында бәхетһеҙ осраҡ теркәлә. Республиканың дәүләт хеҙмәт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 51 йәшлек машинист ҡатын зыян күрә. Әлеге ваҡытта ҡатын дауаханала.

Фото №1 - Республика ойошмаларының береһендә хеҙмәткәрҙең ҡулы зыян күрә

Был көндө һыу менән тәьмин итеү цехында вентагрегатты ебәреү эше ваҡытында хеҙмәткәрҙең ҡулы өлөшләтә зыян күрә.

Әле ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ