Республикала ир батып барған ҡатынды ҡотҡара

Ваҡиға Яңауыл районында теркәлә. Урында йәшәүсе ҡатын саф һауа һуларға сыға һәм ҡапыл ғына ҡан баҫымы күтәрелә. Хаҡлы ялдағы ҡатын күлгә ҡолай һәм бата башлай.

Фото №1 - Республикала ир батып барған ҡатынды ҡотҡара

Был ваҡытта хеҙмәттәше менән, нефтсе Руслан Имаев үтеп китеп барған була. Ир, уйлап та тормай, һыуға һикерә.

Оло йәштәге ҡатынды һыуҙан сығарып, тиҙ ярҙам саҡыралар. Зыян күреүсе терапия бүлегенә күсерелә, хәле яҡшы.

Асыҡланыуынса, пенсионер гипертония менән яфалана, быға тиклем дә баш әйләнеүе күҙәтелгән була.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ