Өфөлә экологик акция сиктәрендә макулатура йыйыласаҡ

5 июлдә Аксаков исемендәге баҡсала экологик акция үтә. Сарала ойошма-предприятиеларҙа эшләүсе йәштәр ҡатнашасаҡ. Акция «Ағасты һаҡлайыҡ!» исеме аҫтында үтәсәк.

Фото №1 - Өфөлә экологик акция сиктәрендә макулатура йыйыласаҡ

Макулатура мөһим роль уйнай. Ул ағастарҙы ҡырҡыуҙы һәм ҡағыҙ етештереүгә киткән энергия өсөн сығымдарҙы кәметә. Бер тонна макулатура 20-25 ағасты һаҡлап ҡала. Уҙған йылда барлығы ике тоннанан ашыу макулатура йыйыла.

Быйыл акция «Макулатура тапшыр-бейеү мәҙәниәтен күтәр» лозунгыһы аҫтында үтәсәк. Әүҙем ҡатнашыусыларға дипломдар һәм приздар тапшырыласаҡ. Йыйылған аҡса мәрхәмәтлеккә йүнәлтеләсәк.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ