Иртәгә республикала эҫе һауа торошо көтөлә

Киләһе аҙнала республикала һауа температураһы +33°C градусҡа етәсәк. Әммә аҙна дауамында ямғыр яуасаҡ.

Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, шаршамбы,20 июнь, республикала һауа температураһы 26 градусҡа етәсәк. Һауа температураһы төндә ун өс градус йылы буласаҡ. Ямғыр яуыуы көтөлә. Бөгөн, 19 июнь, төбәктә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал. Көндөҙ һауа температураһы 25 градус йылы буласаҡ.