Август айында «Хәүефһеҙ юлдар» автоуҙышы старт ала. Уҙышҡа 6 августа старт бирелә. Был сара юлдарҙың торошон тикшерергә, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге проблемаларын асыҡларға ярҙам итәсәк.
Маршрут Рәсәй, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан аша үтәсәк. Оҙонлоғо яҡынса 6 000 саҡрым тәшкил итәсәк. Ойоштороусолар билдәләүенсә, уҙыш барышында төрлө саралар ҡаралған.
Рәсәй буйынса маршрут оҙонлоғо 2 255 саҡрымды тәшкил итәсәк. Автоуҙыш барышында, заманса юл лабораторияларын ҡулланып, автомобиль юлдарын мониторинглау ҡаралған.
Фото: Интернет




