Ишембай районында 34 йәшлек ҡатынды хөкө итәләр. Ул көслө тәьҫирле матдалар менән эш итеүҙә ғәйепләнә. 2017 йылдың ноябрендә ғәйепләнеүсе Интернет аша 200 дарыуға һәм ике һауыт тыйылған препараттарға заказ яһай.
Рәсәйҙә был препараттар ирекле һатыуҙан тыйылған. Уларҙың 7 000 һум күләмендә билдәләнә.
Заказ яһалған әйберҙәрҙе алыу ваҡытында ҡатын ҡулға алына. Ул үҙ ғәйебен таный. Ҡатын билдәләүенсә, препараттарҙы үҙ маҡсатында ҡулланырға уйлаған. Суд ғәйепләнеүсене шартлы рәүештә өс йылға иректән мәхрүм итте.
Фото: Интернет




