Дәүләт Думаһы сит ил паспорты өсөн түләүҙе биш мең һумға тиклем күтәреү буйынса закон ҡабул итте

Дәүләт Думаһы сит ил паспортын биреү өсөн 3,5 мең һумдан алып 5 мең һумға тиклем дәүләт пошлинаһын күтәреү буйынса закон ҡабул итте. Закон, рәсми баҫылып сыҡҡандан һуң, бер ай үткәс үҙ көсөнә инәсәк. Электрон рәүештә мәғлүмәт туплаған документ тураһында һүҙ бара.

Фото №1 - Дәүләт Думаһы сит ил паспорты өсөн түләүҙе биш мең һумға тиклем күтәреү буйынса закон ҡабул итте

Биометрик мәғлүмәт туплаған сит ил паспорты биш мең һум тәшкил итәсәк. Әлеге көндә был хеҙмәт өсөн Рәсәй халҡы 3, 5 мең һум түләй.

Бынан тыш, водитель таныҡлығы алыу өсөн дәүләт пошлинаһына ла хаҡ артасаҡ. Бөгөн был хеҙмәт ике мең һум күләмендә.Яңы закон буйынса,бер мең һумға күберәк түләргә тура киләсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ