1 июлдә Якутов исемендәге паркта уҙыш үтәсәк. Тәүге уҙыш 1,6 һәм 5 саҡрым арауыҡта үтәсәк. Сарала балалар ҙа ҡатнашасаҡ.
Һәр саҡрымда һәм финишта ҡатнашыусыларҙы Холи буяуҙарынан әҙерләнгән фейерверк көтә. Шулай уҡ, бер йәштән туғыҙ йәшкәсә балалар ҙа уҙышта ҡатнаша ала. Улар өсөн 25 метрҙан алып 400 метрға тиклем арауыҡ ҡаралған.
Сара сиктәрендә ижади коллективтар сығышы, мастер-кластар ҡаралған. Билет һатыуҙан йыйылған аҡса социаль технологиялар үҙәге проектына йүнәлтеләсәк.




