Республикала иҫерек ир бергә эскән танышын туҡмап үлтерә

Башҡортостанда 57 йәшлек ир ҡулға алына.Ул пенсионер ирҙе туҡмап үлтереүҙә ғәйепләнә.

Ваҡиға 12 июндә Ҡалтасы районында теркәлә. Иҫерек ир 69 йәшлек пенсионер ир менән бәхәскә килә, артабан ғәйепләнеүсе танышын аяғы менән тибә башлай. Һөҙөмтәлә, тән йәрәхәттәренән пенсионерҙың ғүмере өҙөлә.

Ғәйепләнеүсе ҡулға алынған, үҙ ғәйебен таный. Әлеге ваҡытта ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.