Республика Башлығы ташламалар менән ҡулланырға хоҡуҡлы граждандар категорияһын ер участкаһы менән тәьмин итеүгә арналған кәңәшмәлә ошондай бурыс ҡуйҙы. Фекер алышыуҙа Хөкүмәт ағзалары, профилле министрлыҡ-ведомство етәкселәре, муниципаль берәмектәр вәкилдәре ҡатнашты. Кәңәшмәлә күтәрелгән проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары хаҡында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.
Ташлама менән файҙаланыусы граждандар категорияһына ишле йә инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр инә. Шулай уҡ ер участкаһына торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта торған граждандар, бюджет хеҙмәткәрҙәре, йәш ғаиләләр дәғүә итә ала. Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, 2012 йылдан һәммәһе 52 мең участка бирелгән, сиратта тағы 37 мең ғаилә. Рөстәм Хәмитов ишле ғаиләләргә ер бүлеүҙе тиҙләтергә ҡушты.
Бөрйән, Дыуан, Ҡыйғы райондарында ишле ғаиләләрҙең барыһына ла ер бүленгән. Шул уҡ ваҡытта бер нисә муниципаль берәмек артта һөйрәлә, улар Өфө, Нефтекама ҡалалары, Шишмә районы, был төбәктәрҙә күрәһәткес 20 процентҡа ла етмәй. Республика башлығы ер бүлеү менән бер рәттән инфраструктураны яҡшыртыу бурысын да ҡуйҙы. Формаль рәүештә раҫланған юл карталары бар, әммә йыш ҡына улар үтәлмәй, күп осраҡта проблема финанслауға бәйле, тине Рөстәм Хәмитов. Әммә проблеманы хәл итеүҙең төрлө юлдарын ҡарарға, программаларҙы файҙаланырға мөмкин.
Рәсәй төбәктәренең эш тәжрибәһен дә өйрәнергә мөмкин, ишле ғаилләргә ер бүлеү, инфраструктура буйынса уңышлы эш алымдарын үҙләштереү мөһим. Беҙгә стратегия, дәүләт программаһы кәрәк, тине Республика Башлығы.
Ер менән бәйле мәсьәләләр йылдар дауамында, ауыр хәл ителә. Әммә һөҙөмтәһеҙ түгел, сират кәмей. Ҡайһы бер ишле ғаиләләр балалар бәлиғ булғас сираттан төшөп ҡалырбыҙ тип шикләнә. Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, борсолорға урын юҡ, әгәр сиратҡа торғанда балаларға 18 йәш тулмаған икән, тимәк, ер участкаһына хоҡуҡ һаҡлана.
Кеше өсөн иң мөһиме үҙ мөйөшөң, йәшәр урының булыуы. Республика башлығы белдереүенсә, ишле ғаиләләрҙе ер участкалары менән тәьмин итеү даими иғтибар үҙәгендә булырға тейеш. Был өлкәгә системалы һәм комплекслы ҡараш талап ителә, сиратты яҡын киләсәктә үк бөтөрөү мотлаҡ, тине Рөстәм Хәмитов.




