Дәүләт ярҙамының күләме конкурста еңеүселәр иҫәбенә бүленәсәк. Уны алыу тәртибе бөгөн Хөкүмәт Президиумы ултырышында раҫланды. Туған телдәрҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарға аҡсалата ярҙам итеү, Республика етәксеһе Рөстәм Хәмитовтың башланғысы.
Юлиә тамырҙары менән Әбйәлилдән. Әммә бәләкәй сағында ата-әсәһе ҡалаға күсеп китеү сәбәпле, туған телендә бөтөнләй тиерлек һөйләшмәй, рус мөхитендә үҫә. Ауылға туғандарына ҡайтҡанда аралашыуҙа ҡатмарлыҡтар килеп тыуа. Шунлыҡтан Юлиә Мәскәүҙә махсус курстарға йөрөй башлай. Өфөгә ҡайтҡас та, телде өйрәнеүен дауам итә.
Курсты ойоштороусылар телде өйрәнергә теләүселәр өсөн бар көсөн һала. Үҙләштерелгән материалды һуңынан социаль селтәрҙә нығытып ҡуйыу мөмкинлеге лә булдырылған. Иң мөһиме төркөмгә яҙылырға теләүселәр күп, тип һөйөнә уҡытыусылар.
Курстарҙы ойоштороусылар телде тиҙерәк үҙләштереү өсөн заманса алымдар ҙа ҡулланырға тырыша. Шулай ҙа был эштәр әле энтузиазм нигеҙендә генә башҡарыла. Киләсәктә туған телдәрҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән башланғыстар гранттар менән дә хупланасаҡ.
Грант илле миллион һум күләмендә раҫланды. Шулай ҙа бер проектҡа аныҡ ҡына сумма билдәләнмәгән. Ул конкурс еңеүселәре иҫәбенә ҡарап бүленәсәк.
Грантҡа тәғәйенләнгән аҡса әле үк республика бюджетына һалынған. Уны алыу тәртибе раҫланғандан һуң конкурс иғлан итеү мөмкинлеге бар. Шуға күрә тәүге гранттарҙы быйыл уҡ алыу ихтималлығы бар.




