Бөгөн иртән Өфөләге сауҙа үҙәктәренең береһендә газ еҫе таралыуы тураһында хәбәр килде

Ваҡиға урынына шунда уҡ махсус хеҙмәттәр саҡырылды. Берлектәге күнекмәнең сценарийы буйынса, ер эштәре ваҡытында эксковатор водителе юғары баҫымлы зәңгәр яғыулыҡ торбаһына зыян килтерә. Тиҙ арала килеп еткән махсус хеҙмәттәр газдың артабан таралыуына юл ҡуймай.

Ә был ваҡытта янғын һүндереүселәр һатып алыусыларға һәм сауҙа йорто хеҙмәткәренә урамға сығырға ярҙам итте. План буйынса, бындай уҡыуҙар йыл һайын ойошторолорға тейеш. Бөгөнгө күнекмә гипермаркеттағы иҫкәртеү системаһының төҙөк булыуын, запас ишектәрҙең тиҙ арала асылыуын һәм махсус хеҙмәттәрҙең берҙәм эш итеүен күрһәтте.

Автор: Илдар Байбулатов.