Белорет районы Аҙналы ауылында шәжәрә байрамы үтте

Нәҫел-нәсәбә сылбырын төбәктә йәшәүсе Әхмәтшиндар, Абҡадировтар һәм Мағазовтар барланы. Бер нәҫелдән таралған балаларҙы уртаҡ майҙанға йыйыу төрлө сәбәптәр арҡаһында өҙөлөп торған туғанлыҡ ептәрен нығытырға мөмкинлек бирҙе.

Фото №1 - Белорет районы Аҙналы ауылында шәжәрә байрамы үтте

Ихлас ҡосаҡлашыу, күҙ йәштәре. Оҙаҡ күрешмәгән туғандарҙы шәжәрә бер майҙанға йыйҙы. Нәҫел тамырҙары тотош Рәсәйгә таралған. Байрам тормош мәшәҡәттәрен ситкә ҡалдырып, кесе ватанға ҡайтыу, туған яҡ һауаһын һулау өсөн сәбәп тә булды. Байрамға алыҫ Себер тарафтарынан да ҡунаҡтар килеп етте.

Кисәнән бирле бөтәһе менән дә танышып йөрөйөм, әле һаман танышып бөтмәнем. Шатлығым күкрәгемә һыймай. Мин туғандарым менән баймын.

Рәзифә Шәрәфетдинова, шәжәрә байрамы ҡунағы

Шәжәрә байрамына 19 быуат урталарында Иҙел башында йәшәгән Әхмәтша исемле уҙамандың балалары йыйылды. Әле уларҙың фамилиялары төрлө булыуға ҡарамаҫтан, аталары бер. Нәҫел көслө, тамырҙары тәрән.

Белорет районының ниндәй генә ауылына барма, беҙҙең нәҫел кешеһен осратырға мөмкин. Был йыйында бөтәбеҙ ҙә танышабыҙ.

Ҡадир Мағазов, шәжәрә байрамын ойоштороу комитеты ағзаһы

Шәжәрә байрамын уҙғарыу өсөн нәҫел ағасын тергеҙергә тура килгән. Архивта ете быуын ата-бабаларҙың исеме генә түгел, олатайҙарҙың ырыу тамғалары ла табылған. Улар нигеҙендә тарихи ысынбарлыҡ асыҡланған.

Беҙ һәр ваҡыт үҙебеҙҙе тамьяндар тип таныта торғайныҡ, архивта һаҡланған документтар башҡаса мәғлүмәтте асыҡланы. Боронғо метрика китабында олатайыбыҙ үҙенең тамғаһы менән ырыуын яҙып үткән. Беҙ – Ҡатайҙар.

Наил Әхмәтшин, шәжәрә байрамын ойоштороусы
Башбат

Быуаттар төпкөлөнә һуҙылған шәжәрә ағасын ҡоротмау, уны йәш быуынға еткереү хәҙер беҙҙең төп бурыс, тип билдәләй байрамды ойоштороусылар.

Шәжәрә байрамына килгән үҙ быуынды беҙ беләбеҙ, ә балаларҙы танып етмәйбеҙ. Нәҫелебеҙ бөтөн Рәсәй буйлап таралды, балаларыбыҙ бер-береһен танып йөрөһөн ине.

Зинаф Әхмәтшин, шәжәрә байрамын ойоштороусы

Борон башҡорттарҙа шәжәрә-байраҡ булған. Шул байраҡты юғалтҡандарға, йә өҙгәндәргә насар ҡараш булған. Хәҙер беҙ үҙ нәҫелебеҙҙе барланыҡ, тамырҙарыбыҙҙы нығыттыҡ, беҙ был ерҙең аҫабалары. Йәш быуынға шәжәрәне үҫтерергә генә ҡала.

Рафиҡ Әхмәтшин, шәжәрәне төҙөүсе

Йәмле Йәндек һыртында, Бүртәй йылғаһы буйында ойошторолған байрам уйын-көлкө йыр-моң менән үрелеп барҙы. Туғандар биш йылдан йәнә шәжәрә байрамында осрашырға һүҙ ҡуйышып таралышты.

Автор: Айнур Кәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ