Быуаттар төпкөлөнән килгән халыҡ байрамы тәбиғәттең сәскә атҡан мәленә тура килә. Ул быйыл да меңләгән халыҡты, был тарафтарҙа һәм күрше төбәктәрҙә йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәрен йыйҙы. Байрамда Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнашты. Сит өлкәлә йәшәүсе милләттәштәребеҙгә Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау хаты тапшырылды.
Өлкә губернаторы Максим Решетников әйтеүенсә, Барҙа йыйыны күптән инде дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ байрамына әүерелгән.
Йыйын һәр ваҡыттағыса йәнле үтте. Халыҡ төрлө спорт уйындарында, ат сабышы, милли көрәштә ҡатнашып күңел асты. Байрам сиктәрендә төбәктең мәҙәни тормошон төрләндереү, үҙ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре буйынса ла фекер алышынды. Башҡортостан делегацияһы йыйын майҙанында үҙенең тирмәһен ҡуйҙы, сәнғәт оҫталары бай мәҙәни программа менән шатландырҙы.




