Мөмкинлектәре сикләнгән балалар Нептун көнөндә ҡатнашты

Өфө районының Михайловка ауылы эргәһендә уҙғарылған сара иллегә яҡын малай-ҡыҙҙы уйынға йыйҙы. Улар өсөн ойошторолған сағыу тамашала ата-әсәләр ҙә, "өсөнсө быуын" вәкилдәре лә әүҙем ҡатнашты.

Фото №1 - Мөмкинлектәре сикләнгән балалар Нептун көнөндә ҡатнашты

Саф һауа, тәбиғәт ҡосағы, сағыу ҡояш. Йылға яры буйы шат балалар тауышына күмелгән. Һабантуй майҙанын хәтерләткән урында ҡыҙҙар-малайҙар арҡан тартыша, фильм геройҙары костюмын кейеп үҙҙәренә үк тамаша ҡуя. Мөмкинлектәре сикләнһә лә, уйында ҡатнашырға сик юҡ, теләк кенә булһын. Ә ойоштороусылар балалар үҙҙәрен иркен тотһон өсөн тырышҡан, ситтә ҡыйынһынып, күҙәтеп тороусылар булмай сыҡты.

Балалар һәм ата-әсәләр беҙҙән төрлө саралар көтөп кенә тора. Берәй сара тураһында ишетелһә, шундуҡ шылтыратып ниндәй ярҙам кәрәклеген һорайҙар. Үҙебеҙ ҙә балалар өйҙә ултырмаһын, тип тырышабыҙ. Төрлө уйындар, ярыштар уйлап табабыҙ.

Фиәрданиә Тәрзимина, Өфө ҡалаһының Дим районы инвалидтар ойошмаһы рәйесе

Байрамға Өфөнөң алты районынан иллегә яҡын бала килде. "Нептун" көнөндә улар йыр-бейеүгә һәләтен, йомаҡ сисеүҙә отҡорлоҡтарын күрһәтте. Сарала ҡатнашыусылар ҡағыҙҙан оригами ысулы менән аҡҡош, кәмә эшләп һыуға ағыҙҙы. Ойоштороусылар әйтеүенсә, һәр байрам балаларҙы йәмғиәткә яраҡлаштырыуҙа ҙур роль уйнай.

1973 йылда Европала халыҡ күпләп йыйылған сараларҙа инвалидтарҙың күплегенә иҫ-аҡылым китеп ҡайтҡайны. Беҙҙекеләр бит өйҙән дә сыҡмай тик ултыралар ине. Ә хәҙер беҙ бергә, улар үҙҙәренең сикләнгәнлеген һиҙмәйҙәр ҙә. Бындай сараларҙың әһәмиәте бик ҙур.

Рәшиҙә Солтанова, Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе

Сара ҡаланың инвалидтар ойошмаһы тарафынан уҙғарыла. Алдағы йылдарҙа улар "Атай, әсәй һәм мин" ғаилә, спорт байрамдарын үткәргән. Киләһе көндәрҙә лә мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн ҡыҙыҡлы проекттар әҙерләнә.

Июлдә ойошма Ишембай районына сәйәхәткә сығырға ниәтләй. Ике көнгә иҫәпләнгән программа ла оло йәштәгеләр ҡатнаша. Улар төбәктең тарихи урындарын күреп, ауыл халҡы менән аралашып, йорт эштәрендә ярҙамлашырға теләй.

Йылға буйында байрам киске сәғәттәргә тиклем дауам итте. Ҡатнашыусылар тәбиғәттә ҡайнар сәй, йылы аш менән һыйланды. Ә иң мөһиме барыһы ла яҡшы тәьҫораттар алды.

Башбат

Автор: Фәниә Юланова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ