Йорт хайуандары зыяраты

Социаль селтәрҙәрҙә Мәләүез ҡалаһында урынлашҡан "Йәшәү өсөн хоҡуҡ" тип аталған приют тирәләй тауыш бер минутҡа ла тынмай. Интернет ҡулланыусылар бесәйҙәрҙең насар шарттарҙа аҫыралыуына, ветеринар ярҙам күрһәтелмәүҙән күпләп һәләк булыуына ризаһыҙлыҡ белдерә. Был турала мәғлүм булыу менән изге күңелле кешеләр йорт хайуандарын үҙ-ара бүлешә. Теманың дауамы беҙҙең сайтта.

Фото №1 - Йорт хайуандары зыяраты

Был видеоҙма социаль селтәрҙә ун көн самаһы элек барлыҡҡа килгән. Уның авторы кадр артында Мәләүездәге приютта бесәйҙәр өсөн тейешле шарттар булмауына зарлана. Аслы-туҡлы мыяубикәләр араһында үлем сигендә ятыусылар ҙа күп була. Шул уҡ ваҡытта приют хужалары үлгән хайуандарҙы ситкә сығарыуҙы ла кәрәк тип тапмаған. Шунлыҡтан йәйге эҫелә себенләп, тирә-йүнгә түҙеп торғоһоҙ еҫ таралған.

Был турала әсенгән шаһиттарҙың береһе социаль селтәрҙәрҙең береһендә халыҡтан ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Интернет ҡулланыусылар араһында бәләгә тарыусы бесәйҙәрҙе үҙҙәренә алырға теләүселәр тиҙ табыла. Стәрлетамаҡ районынан Яна Исаева шундай бесәй йәнле кешеләрҙең береһе була. Ул үҙенең өйөндәге приютта аҫыралған 100 бесәй эргәһенә тағы ла ике тиҫтәне алып ҡайта.

Барыһы ла бер бесәйҙән башланды. Туғыҙынсы ҡаттан ҡолап төшкән йорт хайуанына ярҙам күрһәтер өсөн өйөмә алып ҡайттым. Ваҡыт үтеү менән Стәрлетамаҡтағы өс бүләмәле фатирҙа урын етмәй башланы. Шуға ла уны һатып Беренсе май ауылынан йорт һатып алдыҡ. Бында хәҙер бесәйҙәр һанын арттырырға мөмкинлек тыуҙы.

Яна Исаева, "Мин иҫән" приюты етәксеһе

Ситтән килтерелгән бесәйҙәрҙең барыһына ла Стәрлетамаҡтағы ветеринар клиника хеҙмәткәрҙәре тарафынан етди тикшереү үткәрелә. Әммә табиптар уларҙың күбеһе төрлө вирустарға һабышыуын асыҡлай. Шуға ла бөгөн бесәйҙәрҙең күбеһе йоҡлатыла. Ҡалған мыяубикәләрҙең хәле яҡшы яҡтан баһалана. Шуға ҡарамаҫтан бөгөн улар ҡалған хайуандарҙан айырым тотола. Кәрәкле дауалау курстары үткәрелгән һуң бесәйҙәр приют эсендәге иреккә сығасаҡ.

Мәләүездәге приюттан беҙгә ауыр хәлдәге 11 бесәй килтерелде. Уларҙың хәлен ентекләп тикшергәндән һуң бер генә хайуанды ҡалдырып, ҡалғандырын йоҡлатырға ҡарар иттек. Әммә дауалау курстары үткәрелеүгә ҡарамаҫтан һуңғы бесәйҙең һаулығында ла ыңғай күренеш күҙәтелмәне. Шуға беҙҙең белгестәр уны ла йоҡлатырға мәжбүр булды.

Руслан Хөсәйенов, ветеринар клиника табибы

Ә был ваҡытта Мәләүездәге приют хужабикәһе үҙенең абруйын һәм намыҫын һаҡлап интернет аша белдереү яһаған. Фаягөл исемле ҡатын күҙ йәштәре аша барлыҡ ғәйепләүҙәрҙе лә кире ҡаға. Уның әйтеүенсә, өс йыл эсендә приют хеҙмәткәрҙәре урамда табылған һәм кешеләр килтергән йөҙҙәрсә бесәйгә ғүмер бүләк иткән. Һәм был эш артабан да дауам итәсәк.

Башбат

Автор: Илдар Байбулатов.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ