Башҡортостан селекционерҙары арыштың яңы сортын тәҡдим итә

"Ҡунаҡбаев" тип исемләнгән бөртөклө культура уңышты күп биреүе һәм башҡа сифаттары менән айырыла. Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының Үҫемлекселек буйынса Шишмә селекция үҙәге бер быуаттан ашыу эшләп килә. Үҙәк ғалимдары аграр тармаҡ өсөн бик күп бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культуралар эшләп сығарған.

Пинцет, бәләкәй генә ҡайсы - селекционерҙың төп эш ҡоралы. Үҫемлекселек буйынса Шишмә селекция үҙәге кесе ғилми хеҙмәткәре Айгиз Ғәлиуллин бойҙайҙы гибридлауға әҙерләй.

Башаҡта бер генә ата орлоҡ та ҡалмаҫҡа тейеш. Үҫемлек икенсе төр бойҙай менән һеркәләндерелә. Көҙ башаҡ туҡ булһа, тимәк, гибрид килеп сыҡмаған тигән һүҙ, уның башағында бойҙай бөртөктәре һанаулы ғына булырға тейеш. Башҡорт дәүләт педагогия университетының география факультетын тамамлап генетик һөнәрен алған йәш егет үҙәктә өсөнсө йыл эшләй һәм был эштең тәртибен яҡшы белә.

Осон ғына ҡырҡып алабыҙ, сөнки ул өлгөрмәгән була. Ата орлоҡтарын айырып, әсәләрен генә ҡалдырабыҙ.

Айгиз Ғәлиуллин, Башҡортостан ауыл хужалығы фәнни-тикшеренеү институтының үҫемлекселек буйынса, Шишмә селекция үҙәге ғилми хеҙмәткәре

Икенсе участкала ужым арышының бер нисә сорты сәселгән. Контроль питомникта улар төрлө яҡлап һынала. Һыуыҡҡа сыҙамлылығы, уңышты күберәк биреүе һәм башҡа сифаттары ҡарала. Артабан иң яҡшы тип һаналғандары бер-береһе менән гибридлана һәм тағы айырым питомникка күсерелә. Өсөнсө этап - конкурс питомнигы. Унан алынған сорт дәүләт һынауына ебәрелә. Уны үтә алһа, сорт реестрға индерелә һәм яңы исем аҫтында ҡулланылыуға сығарыла. Һауа торошо, климат шарттары ла яңы сорт сығарыуға тәьҫир итә.

Беҙ әле өс культураның питомнигында. Быйыл ҡар ҡатламы нәҙек булды, әммә был уңышҡа ҙур тәҫьир яһамаҫ, тип уйлайбыҙ.

Гөлназ Ҡарасурина, Башҡортостан ауыл хужалығы фәнни -тикшеренеү институтының үҫемлекселек буйынса Шишмә селекция үҙәге өлкән ғилми хеҙмәткәре

Йылдан-йыл климат шарттары ла үҙгәрееп тора, ҡоролоҡ, йәй буйы ямғыр йә боҙборсаҡ яуыуы, йә ҡар ҡатламы йоҡа булһынмы - ауыл хужалығын тәбиғәт һынай ғына. Теләһә ниндәй шарттарға сыҙамлы сорт алыу өсөн селекционерҙарға тырышырға тура килә. Әммә селекция үҙәге Башҡортостанда берәү генә, Урал аръяғында тағы бер база булдырыу һәм дәүләт ярҙамы талап ителә, ти был хеҙмәткә 40 йылға яҡын ғүмерен бағышлаған Әнүәр Шакирйәнов.

Башҡортостан ҙур. Беҙҙең теләгебеҙ, яңы сортты Урал аръяғына таратыу. Сөнки бында климат шарттары башҡасараҡ. Селекция эшен Баймаҡта асыу ниәте бар, сөнки был беҙҙең фәни эш төбәге.

Әнүәр Шакирйәнов, Башҡортостан ауыл хужалығы фәнни-тикшеренеү институтының үҫемлекселек буйынса Шишмә селекция үҙәге етәксеһе

Башҡортостан ауыл хужалығы фәнни тикшеренеүҙәр институтының Үҫемлекселек буйынса Шишмә селекция үҙәге 100 йылдан ашыу эшләп килә һәм бында ошо йылдар эсендә бойҙай, арыш, борсаҡ һәм башҡа бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культураларҙың 70-тән ашыу яңы сорты уйлап табылған. Бер сортты сығарыуға яҡынса 10-12 ваҡыт үтә, ә артабан ул 5-6 йыл ғына яҡшы уңыш бирә.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.