Йәй айҙарында төрлө һөнәр нескәлектәрен өйрәнеү

Хеҙмәт биржаһы, йәштәр сәйәсәте буйынса комитет үҫмерҙәр араһында профориентация эшен алып барыуға етди иғтибар бүлә. Йәйге каникулдың иң ҡыҙған мәлендә улар өсөн "Иң яҡшы һөнәр" ҡала конкурсы ойошторолдо.

Фото №1 - Йәй айҙарында төрлө һөнәр нескәлектәрен өйрәнеү

Сәхнәгә иң беренсе булып шеф-ашнаҡсы һөнәрен һайлаусылар күтәрелде. Был ҡыҙҙар һәм малайҙар һөнәрен осраҡлы һайламаған. Уларҙың һәр береһе ниндәй ҙә булһа тәмлекәстәр бешереп ҡараған. Аш бешереүсенең егәрлелегенән һәм оҫталығынан табындың да муллығы күренә, ти Данил Нагаев.

Ашнаҡсылар бик иртә тора һәм улар бөтә кешеләрҙе туҡландыра. Ул бик кәрәкле һәм рәхмәтле һөнәр.

Данил Нагаев, "Иң яҡшы һөнәр" ҡала конкурсында ҡатнашыусы

Был конкурс төрлө һөнәрҙең үҙенсәлектәрен асыҡлауға, уларҙың әһәмиәтен билдәләүгә арналған.

Миләүшә Байегетова, йәштәрҙе эш менән тәьмин итеү үҙәге белгесе

Өфө үҫмерҙәре торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәренең, эшсе һөнәрҙәрҙен дә булмышын бик уңышлы сәхнәләштерҙе. Һуңғыһы йәштәр араһында ла бик популяр. Марсель Закиров конкурста монтажсы һөнәренең нескәлектәрен асты.

Монтажсылар бейеклектә эшләй. Улар беҙ йәшәгән өйҙәрҙе төҙөй. Был бик яҡшы һөнәр.

Марсель Закиров, "Иң яҡшы һөнәр" ҡала конкурсында ҡатнашыусы

Хеҙмәт биржаһы тәҡдим иткән һөрнәрҙәрҙе лә үҫмерҙәр ҡыҙыҡһынып өйрәнде. Өс ай буйына һуҙылған йәйге каникул осоронда һәр үҫмер ниндәй ҙә булһа эшкә урынлашып, үҙен йәмғиәттә кәрәкле кеше итеп раҫларға теләй.

Миңә промоутер һәм һатыусы һөнәрҙәре оҡшаны. Һуңғыһында ун һигеҙ йәштән алалар. Мин йәй көнө эшләгән аҡсама компьютер һәм телефон алырға теләйем.

Артур Сахаев, "Иң яҡшы һөнәр" ҡала конкурсында ҡатнашыусы
Башбат

Үҫмерҙәргә һайлаясаҡ һөнәрҙәренә дөрөҫ йүнәлеш биреү урта синыфтарҙан уҡ башланырға тейеш. Йәйге каникулда ихтыяж менән файҙаланған шөғөлдәрҙе сәхнәлә балалар күҙлегенән яҡтыртыу һәм популярлаштырыу үҙ һөҙөмтәһен бирә. Һәр үҫмер конкурстан хеҙмәт баҙары хаҡында тулы мәғлүмәт алды.

"Иң ҡыҙыҡлы һөнәр" конкурсында ҡатнашыусылар ашнаҡсы, артист, уҡытыусы, диңгеҙсе кеүек профессиялар нескәлектәрен күрһәтте. Сарала 7 алып 5 йәшкә тиклем үҫмерҙәр ҡатнашты. Каникул осоронда эшләр өсөн тәҡдим иткән вакансияларҙан күңеле ятҡан һөнәр һайлай алды.

Автор: Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ