Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары республика тамашасыһына яңы спектакль тәҡдим итә. Испан шағиры, драматург Александро Касона тарафынан 1949 йылда ижад ителгән пьеса башҡорт телендә "Иң бәхетле төн" исеме аҫтында сәхнәләштерелә. Премьера алдынан уҙғарылған генераль репетиция барышы менән беҙҙең сайтта танышығыҙ.
Уйындан уймаҡ сыға тиҙәр. Ысынында ла шулаймы?! Сәхнә әҫәренең төп геройы сеньор Бальбоа ҡатынын һөйөндөрәм тип, алдашырға мәжбүр була. 20 йыл элек атай йортон ташлап киткән ейәндәре Маурисьо исеменән ул хәләл ефетенә оҙаҡ йылдар хаттар яҙа. Ғәзиз кешеһенән сәләм хәбәрҙәрен алған һайын ханым шатлыҡлы минуттар кисерә, үҙен яҡшы тоя башлай. Сеньор Бальбоа быны күреп, тағы ла артыҡ шаштырып ебәрә. Артистар яллап, ҡатынын ейәне һәм килене менән таныштырырға була. Яман уйҙан түгел, әлбиттә. Бәхетле итеп күргеһе килгәне өсөн...
Премьера алдынан сәхнә әҫәрен театр тәнҡитселәре, журналистар баһаланы. Декорация, музыкаль яҡтан биҙәлеш - барыһы ла юғары кимәлдә. Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов билдәләүенсә, был пьеса нигеҙендә бәхет төшөнсәһе уйылған.
Пьесала туғандар араһындағы мөнәсәбәт, мөхәббәт тематикалары ярылып ята. Спектаклдең финалы ла үҙенә күрә көтөлмәгән боролош. Егерме йыл юғалып йөрөгән ейәндәре иҫән булып сыға. Һәм ул олатай-өләсәһен һағынып ҡайтмай, киреһенсә, аҡса ҡоло булып өлкән йәштәгеләрҙе талай башлай.
Премьера иртәгә аншлаг менән үтер тип көтөлә. Билеттар тулыһынса тиерлек һатып алынған. Әйткәндәй, был театр миҙгелендә "Иң бәхетле төн" спектакле тик бер тапҡыр ғына ҡуйыла. Шулай ҙа борсолорға кәрәкмәй, көҙҙән ул театр репертуарының иң түрендә буласаҡ.




