Өфөлә Хәтер һәм ҡайғы көнөндә төҙөкләндерелгәндән һуң обелиск асыласаҡ

22 июндә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған уҡытыусыларға һәм уҡыусыларға арналған обелиск асыласаҡ. Обелиск 1976 йылда 113-сө мәктәп янында урынлаштырыла. Ул ваҡытта төҙөүселәр генә түгел, мәктәп уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре бергәләп обелискиҙы урынлаштырыуҙа ҡатнаша.

Ҡала хакимиәтендә асыҡлауҙарынса, обелиск нигеҙенә ваҡыт капсулаһын һәм яу яланынан килтерелгән тупраҡ һалына. Ваҡыт үтеү менән, обелискиҙы төҙөкләндерергә тигән ҡарарға киләләр. Был маҡсатта кәрәкле сумма туплана.

Обелиск яңынан 22 июндә асыласаҡ. Был көн Хәтер һәм ҡайғы көнө тип билдәләнә.

Фото: Интернет.