Башҡортостанда вазифалы кеше үҙ вәкәләттәрен арттырыуҙа ғәйепләнә

Башҡортостанда Иглин районының элекке хакимиәт башлығына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла. Ир үҙ вәкәләттәрен арттырыуҙа ғәйепләнә.

Прокуратура тарафынан асыҡланыуынса, 2011 йылда етәксе 24 гектар майҙан ерҙе карьер маҡсатында ҡулланыу өсөн һатып ебәрә.Килешеү суммаһы 47 млн. һумды тәшкил итә. Законға ярашлы, биләмәне ҡуртымға ғына бирергә мөмкин була.

Ер участкаһы дәүләт милке тип һанала. Тикшереү эше ойошторола һәм ул прокуратура контроле аҫтына алына.

Фото: Интернет.