Өфөлә берәҙәк эттәрҙе тотоу буйынса рейдтар ойошторола

Берәҙәк эттәрҙе тотоу буйынса рейдтар даими ойошторола. Инспекторҙар йорт алдарын, төҙөлөш урындарын һәм шәхси секторҙарҙы тикшерә. Башлыса, урында йәшәүселәр атаған урындарҙы тикшерәләр.

Берәҙәк эттәр булған осраҡта, мәғлүмәтте махсус ойошмаға тапшыралар. Берәҙәк эттәр, хужаларының уларҙан баш тартыуы сәбәпле, күбәйә. Был проблема яҙғы-көҙгө миҙгелдә көсәйә. Шәхси секторҙа ҙур эттәрҙең ирекле йөрөүҙәрен күҙәтергә мөмкин.

Хужаһы булған эт бәйле тоторға тейеш. Әгәр ҙә һеҙ Ленин районында берәҙәк эттәрҙең йыйылған урынын күрһәгеҙ, 2238956, 2290430 телефон һандары буйынса мөрәжәғәт итегеҙ. Рейдтар дауам итәсәк.

Фото: Интернет