Республикала 2018 йылда иң оҙон көн 17 сәғәт 14 минут дауам итәсәк

2018 йылда Ер шарында иң оҙон көн кесе йома, 21 июнь, буласаҡ. Башҡортостанда ул 17 сәғәт 14 минут дауам итәсәк . Был хаҡта Рәсәй астрономдары хәбәр итә.

Фото №1 - Республикала 2018 йылда иң оҙон көн 17 сәғәт 14 минут дауам итәсәк

Башҡортостанда ағымдағы йылда иң оҙон көн һәм иң ҡыҫҡа төн кесе йома, 21 июндә, көтөлә. Был көндә 15.06 ваҡытта йәйге ҡояш торошо күҙәтеләсәк. Ҡояш 4.41 ваҡытта ҡалҡасаҡ, ә 21 сәғәт 55 минутта байый.

Астрономдар мәғлүмәттәре буйынса,иртәгә ҡояш төнъяҡ ярымшарҙың иң бейек нөктәһенә менәсәк. Был бейеклектә ул ҡояш торошонан алда һәм унан һуң бер нисә көн торасаҡ. Бынан һуң көндөң ваҡыты ҡыҫҡарасаҡ. .

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ