Өфөлә «Хәтер шәме» Бөтә Рәсәй акцияһы үтәсәк

22 июндә Дим районында акция уҙа. Был көн илебеҙ тарихында иң ҡайғылы көн тип һанала.

Фото №1 - Өфөлә «Хәтер шәме» Бөтә Рәсәй акцияһы үтәсәк

Бынан 77 йыл элек таңғы сәғәт дүрттә иң дәһшәтле, ҡанлы һуғыш башлана. Фашист Германияһы Советтар Союзына һөжүм яһай. Был ваҡиға иҫтәлегенә 21 июндән 22 июнгә ҡараған төндә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы скверында «Хәтер шәме» акцияһы уҙа.

Һуғышта һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған стелла янында 23:00 сәғәттә йәштәр шәм ҡабыҙасаҡ. Барыһында акцияла әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ