Өфөлә прокурор тикшереүенән һуң «Экватор» сауҙа үҙәгендә етешһеҙлектәр бөтөрөлдө

Сауҙа үҙәгендә янғын хәүефһеҙлеге етешһеҙлектәре асыҡлана. Был сауҙа үҙәгенә килеүселәргә хәүеф тыуҙыра. Тиҙҙән етешһеҙлектәр бөтөрөлә.

Фото №1 - Өфөлә прокурор тикшереүенән һуң «Экватор» сауҙа үҙәгендә етешһеҙлектәр бөтөрөлдө

Республика Прокуратураһы хәбәр итеүенсә, бинала янғынға ҡаршы ҡағиҙәләрҙе үтәмәйҙәр. Шулай итеп, инеп-сыға торған ишектәрҙең береһе сауҙа нөктәһе менән бикләнә. Эвакуация ишектәре лә йоҙаҡҡа бикле була. Ҡайһы бер машиналар йыуыу урындарында янғын сигнализацияһы булмай сыға, ә хеҙмәткәрҙәр янғын хәүефһеҙлеге саралары хаҡында белмәй.

Хеҙмәтләндереүсе ойошмаға ҡарата административ эш ҡуҙғатыла. Һөҙөмтәлә, ғәйепле кешеләрҙе яуаплылылҡҡа тарттыралар. Уларға 156 мең һум күләмендә штраф һалына. Хеҙмәткәрҙәр янғын хәүефһеҙлеге саралары буйынса уҡыу үтә, ә бинала автоматлаштырылған сигнализация урынлаштырыла, эвакуация юлдары асыла. Дөйөм алғанда, етешһеҙлектәр бөтөрөлә.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ