Өфөлә электроток һөҙөмтәһендә илленән ашыу ҡош үлә

Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре Башҡортостандың тәбиғәтте һаҡлау район-ара прокуратураһына тикшереү уҙғарыуҙы һорап, мөрәжәғәт итә.

Фото №1 - Өфөлә электроток һөҙөмтәһендә илленән ашыу ҡош үлә

Хайуандар донъяһы тураһындағы закон талаптары буйынса, электрсымдарында, ҡоштарҙы токтан һаҡлаусы махсус һаҡлау ҡоролмалары урынлаштырылырға тейеш.

Быға ҡарамаҫтан, «Башкирэнерго» йәмғиәте айырым электрсымдарында бындай ҡоролмалар ҡуймай. Дим районында тикшереү ваҡытында, электр бағаналары аҫтында илленән ашыу ҡоштоң һөлдәләре табыла.

Республика прокуратураһынан хәбәр итеүҙәренсә, тикшереүҙән һуң ойошма ҡоштарҙы һаҡлау буйынса саралар күрә. Ойошманың ике етәксеһе дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырыла.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ