Рәсәйҙә тәүге тематик троллейбус ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡта ебәрелә. Һуңғы айҙа троллейбус өҫтөндә маҡсатлы эш алып барыла. Транспортта йөрөү түләүле, әммә бик фәһемле һәм файҙалы буласаҡ.
БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы ҡала студенттары өсөн махсус троллейбус әҙерләй. Уның эсендә нимә генә юҡ! Китапхана, смартфондар өсөн зарядка урындары, шулай уҡ Инстаграмдан фотоһүрәттәр күргәҙмәһе урынлаштырылған.
Бынан тыш, транспортта шпаргалар музейы ла бар. Был уникаль әйберҙәр төрлө форматта ҡуйыла. Шулай уҡ,биш һумлыҡ кеүек студенттар талисмандары да урынлаштырылған.
Социаль селтәрҙәр пассажирҙар өсөн чат-бот та ебәрелгән. Унда Стәрлетамаҡ троллейбусы тарихы тураһында,уның хәрәкәт итеү маршруты, кинотеатрҙар афишаһы тураһында һәм башҡа студенттар өсөн файҙалы әйберҙәр хаҡында белергә мөмкин.






