Республикала 21 июндә йәшенле ямғыр , боҙборсаҡ яуыуы көтөлә. Был хаҡта Башгидрометүҙәк хәбәр итә.
Синоптиктар хәбәр итеүенсә, иртәгә төндә һәм көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа йәшен йәшнәүе ихтимал. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә 15 градус, көндөҙ 24 градус йылы буласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, көслө ел ваҡытында машиналарҙы гараждарға йә иһә ағастарҙан йырағыраҡ урындарға ҡуйырға кәңәш ителә.




