Өфөнө төҙөкләндереү маҡсатында ике йыл эсендә һигеҙ миллиард һум аҡса сарыф ителәсәк. Был хаҡта бөгөн башҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә билдәле булды. Бындай ҙур сумма юлдарҙы, йорттарҙы ремонтлауға, ҡала мөхитен булдырыуға һәм төҙөкләндереүгә йүнәлтеләсәк.
Бөгөн Өфөлә ҡаланы тәртипкә килтереү маҡсатында һигеҙ миллиард һум күләмендә аҡса бүленәсәге тураһында һөйләнеләр. Сумма ике йылға иҫәпләнгән. Ҡала, республика, федераль ҡаҙнанан һәм шәхси инвестицияларҙан бүленәсәк ярҙам нимәгә йүнәлтеләсәге лә билдәле.
Шлуай итеп, ҡалала 549 күп фатирлы йорттар ремонт эштәре башҡарыласаҡ. Был маҡсатта 2,5 миллиард һум күләмендә аҡса сарыф ителәсәк. Юлдарға килгәндә, уны төҙөкләндереүгә яҡынса 1,5 миллиард һум бүленә. 330 миллион һум ҡала мөхитен булдырыуға, ә "Уфимские дворики" проектына 150 миллион һум йүнәлтеләсәк.
Фото: Интернет.




